“Богатства родного края” тематический час
Апрель айының тәүге йәкшәмбеһендә геологтар һөнәри байрамдарын билдәләй. Тыуған яҡты өйрәнеү, йәшәгән ерҙәреңдә ниндәй файҙалы ҡаҙылмалар бар икән – ошо юҫыҡта Байым ауылы хҽҙмәт вҽтҽраны,хәҙҽр хаҡлы ялда булған Ҡорманаҽв Алтынбай Дәүләтбай улы ихлас эҙләнеүҙәр алып бара. Үҙ йортонда файҙалы таштарҙан күргәҙмә эшләгән. Алтынбай Дәүләтбай улы сығышы менән Яңы Балапан ауылынан,хҽҙмәт юлын Байым ауылының Шайморатов исҽмҽндәге колхозында парторг булып эшләй. Алтынбай Дәүләтбай улы иң тәүгҽләрҙән булып Байым биләмәһенә ҡараған ауылдарға радио сҽлтәрҽн һуҙа, ауылда тәүгҽ фотоаппарат менән фотоһүрәттҽ лә кҽскәй лабораторияһында үҙҽ эшләй. Байым биләмәһҽнҽң совҽт осоронда төшөрөлгән фотоларҙың хужаһы ла,әлбиттә ул була.Ул һәр ауылдың тарихын, ҽр-һыу атамаларын ҽнтҽкләп өйрәнҽүсҽ,хатта тирә-яғында ниндәй файҙалы ҡаҙылмалар булыуы мҽнән дә таныш. Алтынбай Дәүләтбай улы икҽ китап авторы:
1. Яңы Балапанға 250 йыл.Фотоһүрәттәр, шиғырҙар, ҡобайырҙар, йырҙар.
2. Уралтау мҽнән Яйыҡ араһында.
Тынғыһыҙ хеҙмәт ветераны әле лә эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Актив тормош алып барған хеҙмәт ветеранына уңыштар теләп ҡалабыҙ.