Йола “Ҡарға бутҡаһы”
Көн торошона ҡарап йола клуб янындағы майҙансыҡта үтте. Ветерандар Советы рәйесәһе Мәҙинә Иштимер ҡыҙы йола тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәндән һуң, бутҡа бешкәнсе уйындар уйнап, йомаҡтар сисеп, ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрелде. Уйындарҙан һуң балаларҙы табында тәмле бутҡа көтә ине. Йола буйынса ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалып, ҡош-ҡорттарға ла өлөш сығарҙыҡ. Бөтәһе лә йылдың мул уңышлы, бәрәкәтле килеүен теләп теләктәр теләне. Ил-йортобоҙға тыныслыҡ теләп, доғалар уҡып таралышты ҡатнашыусылар.