Контакты Версия для слабовидящих
logo
Баимовский сельский модельный многофункциональный дом культуры
МАУ КДЦ МР Абзелиловский район РБ

Часы работы:

---
---
---

Кисә “Атайҙар-донъя тотҡаһы”

Ил – матур ғаиләләр менән көслө. Донъя булғас, төрлө хәлдәр булып китә. Яңғыҙ ҡалғас, насар ғәҙәттәргә ылығып китмәй, балаларына терәк-таяныс булып йәшәгәндәр бик һирәктер ул. Ана шундай атайҙар кисәгә саҡырылды ла инде.
Күпме көс, түҙемлек талап ителгәндер, уныһын үҙҙәре генә белә. Эшһөйәр, ныҡышмал атайҙар үҙҙәре тураһында бик тә һөйләп бармайҙар. Талапсан, бер аҙ ҡырыҫ йөҙ артында нескә күңелле, ярҙамсыл һыҙаттар ята. Байым биләмәһенән Моратов Мөҙәрис, Мансуров Бәхтинур, Вәхитов Азат тураһында шулай итеп әйтеп була. Саҡырылған ҡунаҡтар тураһында ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәүиә Гәлекәйева, ветерандар советы ағзаһы Айһылыу Мөхәмәтдинова,ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесәһе Гөлсинә Әғзәмова, туғандары матур итеп һөйләне. Кисә Байым мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Кисәлә атай статусының бәҫен күтәреү, тәрбиәүи сараларҙа атай ролен күтәрмәләп алыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр яҡтыртылды.